On-line рубрика «У нас новинки - спешите прочитать!»
Дорогие читатели!
Очередной выпуск on-line рубрики «У нас новинки - спешите прочитать!» посвящен произведениям башкирских писателей на башкирском и татарском языках.
Кәримов, Мәүлит Зиннәт улы. Юлдар һалам
Мәүлит Кәримов әҫәрҙәрендә беҙ философик лириканы ла, илһөйәрлек рухы менән һуғарырған юлдарҙы ла, социаль йүнәлешле шиғырҙарҙы ла, мөхәббәт лирикаһын да, юмор менән сатираны ла осратабыҙ. Яҙыусының доньяға ҡарашы асыҡ, фекерҙәре яҡты, хис-тойғолары ихлас. Дауыт Амангилдин ижадында кешеләрҙең бер-береһенә, эшенә, Ер-әсәгә, илгә, тормоштағы тәғәйенләнешенә ҡарашын яҡтыртып бирә. Шигырҙарында гражданлыҡ позицияһы, халыҡтың рухы байлығын, телен һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре ярылып ята. Сулпан Миңлебаеваның әҫәрҙәрендә халыҡсан рух бик көслө. Әҙәм балаһының ерҙәге тәғәйенләнеше, йәшәүҙең маҡсаты, яҙмыш тураһында тәрән уйланыуҙарға ҡоролған шиғырҙар өстөнлөк итә. Шиғриәт һөйөүселәрҙең ундағы саф милли колорит һуғарылған әҫәрҙәрҙе уҡып, үҙҙәренә онотолмаҫлыҡ күңел зауығы аласағына иманыбыҙ камил.
Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә. Икебеҙ өсөн дә яраттым
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның әҫәрҙәре бөгөнгө көнгә ауаздаш: хәҙерге заман кешеһе ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй, нимә хаҡында хыяллана, уны ниҙәр борсой, тетрәндерә – автор ошо хаҡта уйлана, уҡыусыны ла уйланырға мәжбүр итә. Мөхәббәт темаһы изгелек, бала һәм әсә хаҡы, тоғролоҡ һәм хыянат менән үрелеп бара. Мәңгелек көрәштә нимә еңер? Әҙибә ҡәләме менән ошо һорауҙарға яуап эҙләй.
Произведения Зульфиры Казакбаевой перекликаются с сегодняшним днем: чем живет современный человек, о чем мечтает. Тема любви переплетается с темой добра, судьбой ребенка и матери, темой верности и предательства. Что победит в вечной борьбе?
Әхмәтов, Радик. Миллионер Әҙеһәм.
Мансур Һиҙиәтов «Ҡышҡы күкрәү» повесында Металлургия комбинатында эшләгән ябай эшселәрҙең тормошо хаҡында бәйән итә, аҫаба башҡорттарҙың Иҙел башы суйын иретеү заводы менән бәйле ваҡиғаларын да асып бирә.
Ямалетдин Мәүлит. Ишмөхәмәт сәсән
Мәүлит Ямалетдиновтың «Ишмөхәмәт сәсән» роман-эссеһында башҡорт халҡының XIX быуаттағы көнкүреше, шул осорҙоң тарихи ваҡиғалары яҡтыртыла. Төп герой Ишмөхәмәттең сәсән булараҡ формалашыуы, уның яҙмышы башҡорт халҡының шул дәүер солғанышында һүрәтләнә. Роман халыҡсан тел менән яҙылған. Әҫәрҙә атаҡлы сәсәнде биргән күбәләк-табын ырыуына ғына хас ҡыҙыл диалектына ҡараған, онотолоп барған һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр урын алған.
Юлдашев Хисмәт. Ырымбур бураны
Хисмат Юлдашев - поэт, чувствующий перемены современности. В стихах, проникнутых национальным колоритом, проступает свободолюбивый характер
Хисмәт Юлдашев заманыбыҙҙың аяуһыҙ үҙгәрештәрен тойоп ижад иткән шағир. Уның дала буранлы тыңғыһыҙ йыры – тыуған яғы, туған халҡы, туған теле. Милли ғәм менән һуғарылған шиғырҙарында үҙен ирекле тойған ир – азамат холҡо ярылып ята.
Һиҙиәтов, Мансур Яҡшыбай улы. Ҡышҡы кукрәү. Күк юлда
Йөҙлөкбай, Риф. Ләйсән. Паром
Надеемся, что представленная литература вас заинтересовала, книги уже ждут своего читателя! Приходите в библиотеку, мы всегда вам рады!