







 | Н М 15.09.2019 | Хорошая библиотека, вежливое обслуживание. Брала книги при обучении, по работе, для досуга и детские. | 16.09.2019 Спасибо большое за отзыв и внимание к нашей работе! Очень приятно читать о значимости нашей работы в Вашей жизни. Всегда рады быть Вам полезными! |
|
 |
 |
 |
 |

|
Ғайсарова-Ғиззәтуллина, Гөлсирә
Һөйөүем доғаһы [Текст] : повесть, хикәйәләр / Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина. - Офо : Китап, 2017. - 283 б. : портр.
16+
«Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт», ти француз мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға. Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле
|

|
Аҫыл ынйылар кәрәҙе[Текст] : [шиғырҙар, поэмалар]. - Офо : Китап, 2018. - 326 б.
Һәр халыҡтың иң оло хазинаһы – һүҙ. Халыҡтың милли ғорурлығын, милли үҙаңын, үҙенең бәҫен һәм ҡәҙерпен һамҡлау һәләтен барыһынан да бигерәк һүҙ сәнғәте тәрбиәләй, барыһынан да нығыраҡ күтәрә, ышаныслы һаҡлай. Быуаттарҙың образлы йылъяҙмаһы булараҡ, шиғриәт халыҡ яҙмышының данлы дәүерҙәрен дә, шанлы ваҡиғаларын да, ҡанлы-зарлы саҡтарын да күңеленә уйып, хәтеренә теркәп йәшәй. Һәр шиғри һүҙе уның йөрәгенән елкендергес кисерештәр һәм ғазаптарҙан һуң тыуған. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған был баҫма башҡорт шиғриәтенең алтын хазинаһын тәшкил иткән халыҡ шағирҙәрының әҫәрҙәренән төҙөлдө.
|

|
Ҡолмой, Яҡуп (1918-1994).
Һайланма әҫәрҙәр : [шиғырҙар, сонеттар, йырҙар, поэмалар] / Яҡуп Ҡолмой. - Офо : Китап, 2018. - 333, [2] б.
Күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән “Һайланма әҫәрҙәр” китабына шиғырҙары, сонеттары, поэмалары тупланды. Авторҙың был әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының рухи ныҡлығы, үҙ илен, тыуған төйәген мөкиббән яратыуы, тоғролоғо асыҡ сағыла.
|

|
Юнысова, Гөлфиә
Туктатмағыҙ юлдарымдан [Текст] : шиғырҙар. - Офо : Китап, 2018. - 518 б. : портр.
16+
Башҡортостандың халыҡ шағиры, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Аҡмулла премиялары лауреаты Гөлфиә Юнысованың "Туҡтатмағыҙ юлдарымдан" китабына авторҙың элекке китаптарынан һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, йырҙары һайлап индерелде.
|

|
Моратов, Ғәзинур (1959-)
Һөйөүҙең аҡ тирмәһе [Текст] : шиғырҙар, поэмалар . - Офо : Китап, 2018. - 317 б.
Тәбиғәт һәр бер кешене ирекле итеп яралта. Шуға күрә уның өсөн был донъяла иректән дә ҡәҙерлерәк бер ни ҙә була алмайҙыр. Әлеге йыйынтыҡта тупланған шиғыр һәм поэмаларҙа шағирҙың йән хөрлөгө, шәхес иреге тураһында уйланыуҙары үҙәккә алына.
|
 |
Шәрифуллина, Эльмира (1947- ).
Мөхәббәттең ете төҫө [Текст] : повестар, хикәйәләр. - Офо : Китап, 2017. - 279 б. : портр.
16+
Сәңгелдәк һәм ләхет, йәшәү һәм yлем… Ошо аралыҡҡа һыйған хәтирәләр: Атай – әсәй ҡәҙере, Тыуған ер бөйөклөгө, йәйғорҙоң ете төҫөн һеңдергән Мөхәббәт ғазаптары – мәкерле лә, ләззәтле лә ғүмер биҙәгән Ваҡыт ғали йәнәптәре бизмәнендә бер миҙгелгә тиң. Әммә күҙ асып йомған арауыҡтағы был йәшәйешебеҙҙең бәрәкәте, ҡиммәте нимәлә? Яҙыусы Эльмира Шәрифуллинаның психологик кисерештәр менән ижад ителгән проза әҫәрҙәре уҡыусыны шул хаҡта уйланырға саҡыра.
|
|
|
|
 |
 |
 |
 |
|
|