On-line рубрика "Тысяча и одна книга"
Краеведение
Дорогие читатели!
Представляем вашему вниманию очередной выпуск on-line рубрики "Тысяча и одна книга". Сегодня он посвящен краеведению и выходит на башкирском языке.
Вы узнаете о литературном творчестве Спартака Ильясова, Нугумана Мусина и Мунира Кунафина.
Хәйерле көн,туған әҙәбиәте яратыусылар. Сиратта “Мең дә бер китап “ – “Тысяча и одна книга" оnline рубрикаһын дауам итәбеҙ.
Ильясов Спартак Мөжәүирович. Ҡағанат вариҫтары.
Авторҙың "Ҡағанат вариҫтары" романында боронғо башҡорттарҙың эшен дауам иткән замана вариҫтарының тормошо, көнкүреше, азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алыштары һүрәтләнә. С.Ильясов ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә ер-һыуҙы, тау-урманды, халыҡтарҙы, шул замандағы атамаларҙы документаль исемдәре менән биреп уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Автор романда хәҙерге башҡорт телендә ҡулланыуҙан ситләшкән бик күп боронғо һүҙҙәр, атамалар, синонимдар, антонимдар ҡулланып үҙебеҙҙең телдең киңлеген, тәрәнлеген күрһәтә.
Мусин Ноғман Сөләйманович. Алдар батыр.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың "Алдар батыр" романында күренекле тарихи шәхесебеҙ, йәмәғәт эшмәкәре, 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалдар етәксеһе, башҡорт батыры Алдар Иҫәкәев образы һүрәтләнә.
Ҡунафин Мөнир Сәхиуллович. Шаҡмаҡ ҡояш.
Авторҙың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повесть һәм хикәйәләре индерелде. “Кешелеккә тоғролоҡ”, “Инстинкт...” кеүек әҫәрҙәре матбуғатта баҫылғанда уҡ уҡыусылар араһында оло шаңдау уятты. Яҙыусының хикәйә һәм повестары композицион йыйнаҡлығы, сюжет тығыҙлығы, күтәрелгән проблемаларҙың масштаблығы һәм тәрәнлеге менән башҡорт әҙәбиәте тарихында яңы бит аса. Әҫәрҙәр уҡыуға еңел һәм ябай кеүек тойолһа ла, бик етди, ҡатмарлы фәлсәфәүи мәсьәләләрҙе күтәрә.
Китапханала бынан тыш башҡорт телендә яҙылған китаптар, һайланма әҫәрҙәр алып уҡырға була.
Рәхим итегеҙ, хөрмәтле китап һөйөүселәребеҙ.
Изучайте краеведение и читайте интересную литературу вместе с нами! До новых встреч!!!