On-line рубрика "Тысяча и одна книга"
Дорогие читатели!
Сегодняшний выпуск оn-line рубрики “Тысяча и одна книга" посвящен 90-летнему юбилею народного писателя Башкортостана, заслуженного работника культуры Башкортостана Нугумана Сулеймановича Мусина.
Хөрмәтле китап һөйөүселәребеҙ, сираттағы “Мең дә бер китап “ – “Тысяча и одна книга" оn-line рубрикаһын дауам итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләй.
Яҙыусы 1931 йылдың 17 июлендә Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Ҡолғона ауылында тыуған. Яҙыусы тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Тап студент саҡта Ноғман Сөләймән улы шиғырҙар яҙа башлай. Әрменән ҡайтҡас "Совет Башҡортостаны" гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Һуңынан Өфөгә килеп, Ағиҙел журналында – бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан Совет Башҡортостаны гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, БАССР- ҙың яҙыусылар Союзында әҙәби консультант булып эшләй.
Ә хәҙер яҙыусының беҙҙең китапханала булған китаптары менән танышып китәбеҙ.
Әҫәрҙәр. 1- се том
Был китабына күренекле яҙыусының "Өҙәрем юл кешеләре" романы, "Замана елдәре", "Йәшлек ваҡыт...", "Ғүмерҙең бер мәле", "Таң ҡыйылыр саҡ", "Күңел нуры", "Мәңгелек йыр" тигән повестары тупланды, унда ауыл тормошона, уның кешеләренә, көн-күрештәренә бағышланған.
Әҫәрҙәр. 2- се том
Ноғман Мусиндың был китабына киң билдәле булған "Һайлап алған яҙмыш" романы, "Төпкөлдән төшкән килен", "Шайтан ҡуласаһы", "Еҙ ҡыңғырау" тигән повестары тупланды. Әҫәрҙә автор кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итергә тәҡдим итә.
Йыртҡыс тиреһе
Был китапҡа яҙыусының "Йыртҡыс тиреһе", "Ике ир һәм бер ҡатын", "Тауҙар тыны" тип исемләнгән билдәле повестары һәм "Һуңғы солоҡ" романы тупланған.
Автор быларҙың бөтәһендә лә совет ваҡытындағы ҡатмарлы тормош, төрлө- төрлө яҙмыштар, киләсәгебеҙ тураһында уйлана. Тормшобоҙҙа ғәҙелһеҙлек, енәйәтселек, вәхшилек тулып ята. Яҙыусы йәмғиәтебеҙҙе ошо күренештәрҙән таҙартырға, сафландырырға ярҙам итә.
Шунда ята батыр һөйәге
Был китапҡа башҡорт тарихында сағыу эҙ ҡалдырған Алдар батыр хаҡындағы романы, донъяүи темаларҙы сағылдырған повестары һәм хикәйәләре тупланған.
Китапханала бынан тыш Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың 12 томлыҡ "Һайланма әҫәрҙәр " ен алып уҡырға була.
Рәхим итегеҙ, хөрмәтле китап һөйөүселәребеҙ.
Изучайте башкирскую литературу вместе с нами! До новых встреч!!!