On-line рубрика "Тысяча и одна книга"
Дорогие читатели!
Сегодняшний выпуск оn-line рубрики “Тысяча и одна книга" посвящен 80-летнему юбилею видного башкирского поэта, учёного , политика, преподавателя Равиля Нигматуллина. Он является автором восьми книг стихов, басен, песен и поэм.
Хәйерле көн, китап һөйөүселәребеҙ. Сиратта “Мең дә бер китап “ – “Тысяча и одна книга" оn-line рубрикаһын дауам итәбеҙ.
Ошо көндәрҙә шағир, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тула.
Дауылдар ҡаҡһа ла,
Ал Ҡояш ҡалҡаһа ла,
Йыландар саҡһа ла,
Шатлыҡлы саҡта ла
Йырланым, йырлайым
Йырлайым халҡымдың йырҙарын!
Йырлайым йырҙарҙың
Халҡымды ҙурларын!
Рауил Ниғмәтуллин 1941 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ның Маҡар (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Ғүмәр ауылында тыуған. Һигеҙ класты тамамлағас, колхозда эшләй. 1965 йылда зооветеринария техникумын тамамлап, колхозда баш зоотехник, партком секретары вазифаларын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында белем алғас, Әхмәр урта мәктәбендә директор булып эшләй башлай. 1973 йылда РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәре, ә 1977 йылда "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләй. 1979-1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә редактор вазифаһын башҡара. 1984 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһының яуаплы секретары итеп һайлана.
Рауил Ниғмәтуллин Стәрлетамаҡта башҡорт телендә "Стәрле таңдары" гәзитен булдырыуҙы юллай, һуңынан гәзит "Ашҡаҙар" исемен йөрөтә башлай. Шулай уҡ ҡалала "Аманат"башҡорт халыҡ үҙәген барлыҡҡа килтереп, милли мәктәптәр һәм кластар асыуҙа күп көс һала.
Ә хәҙер китапханала булған Рәүил Ниғмә туллиндың китаптары менән танышып китәйек.
“ Япраҡ еле“ китабында шиғырҙар, поэмалар ингән. Автор унда замандаштарыбыҙҙың күңел донъяһы, гражданлыҡ бурыстары, борсолоуҙары, мөхәббәте кеүек темаларҙы күтәрә.
“Тауҙарыма ҡарап “ шиғыр йыйынтығында тыуған еребеҙҙең ҡотон, туған телебеҙҙең бәҫен, халҡыбыҙҙың һиммәтен мәңгелек икәнлеген һүрәтләй. Аҫылғужа Баһуманов китап тураһында былай ти: “Шағирҙың уҡыусыларына Башҡортостандың мәртәбәһен, халҡыбыҙ дәрәжәһен күтәреү, тыуған еребеҙ йәмен арттырыу, туған телебеҙҙең ҡәҙерен тотоу кеүек изге эштәр рух бирер, яңы көс-ҡеүәт өҫтәр һис шикһеҙ. “
“Урланған урман“ китабында хикәйәт, хикәйәләр, әкиәттәртупланған. Республикабыҙҙың ҡалын-ҡалын урмандарын, зәңгәр күлдәрен, көмөш һыулы шишмәләрен, текә тауҙарын һәм ер аҫты байлыҡтарын ҡурсалау темаһы күтәрелә.
Изучайте творчество наших земляков вместе с нами! До новых встреч!!!