On-line рубрика "Тысяча и одна книга"
Дорогие читатели!
Очередной выпуск оnline рубрики “Тысяча и одна книга" посвящен 85-летнему юбилею советского, российского башкирского поэта, писателя, переводчика и журналиста Галима Давледи.
Настоящее имя поэта Галим Абдуллович Давлетов. Он является членом Союза писателей Башкирской АССР (1968), лауреатом премий имени Сергея Чекмарёва (1987) и Булата Рафикова (2005).
Хәйерле көн, туған әҙәбиәте яратыусылар. Сиратта “Мең дә бер китап “ – “Тысяча и одна книга" оnline рубрикаһын дауам итәбеҙ.
Апрель башында башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист Ғәлим Дәүләдигә 85 йыл тула. Дәүләтов Ғәлим Абдулла улы Башҡорт АССР-ның Мәләүез районы Һәргәй ауылында тыуған. Беренсе синыфҡа Узбәкстанда уҡырға төшә. Башҡортостанға ҡайтҡас, 1952 йылғаса Әбет урта мәктәбендә уҡый. 1952—1955 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбе-интернатында уҡый. 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар китап нәшриәтендә эшләй. Мәскәүҙә юғары курстарҙа уҡый. Беренсе китабы «Ташлытау — матур тау» 1964 йылда донъя күрә. Яҙыусының рус һәм башҡорт телдәрендә 15 китабы сыҡҡан. 2016 йылдың 15 апрелендә Өфөлә вафат була.
В сборник Галима Давлетова “Воды Нугуша”, вышедший в Москве в 1979 году, вошли стихи о родном крае, нелегком военном детстве, первой любви, светлых дорогах юности.
Был китапҡа Ғ. Дәүләтовтың Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ҡырыҫ йылдарҙағы балалар яҙмышын һүрәтләгән “Нөгөш буйы малайҙары” повесе һәм үҫмерҙәрҙе актив позицияла йәшәүгә рухландырған хикәйәләре ингән.
”Матурлыҡ ғазабы” шиғырҙар йыйынтығы китабында Ғәлим Дәүләдиҙе нескә күңелле лирик шағир булараҡ та, үҙ заманының ҡайнар һулышын һиҙгер тойоусы ҡәләм оҫтаһы итеп тә, шул уҡ ваҡытта сатира-юмор өлкәһендә эшләүе менән танышабыҙ.
”Өҙөлгән япраҡтар” китабында Ғ. Дәүләдиҙең шиғырҙары һәм поэмалары ингән. “Уның ябай тәрәнлек менән яҙылған шиғырҙарында – үҙ быуынының күргәндәре, кисергәндәре, күңел биографияһы» тип яҙа Хәсән Назар.
”Иҙел менән Нөгөш араһы” йыйынтыҡҡа поэмалар менән бергә лирик шиғырҙар һәм ваҡыт һынауын үткән башҡа кайһы бер әҫәрҙәре лә тупланған. Ғ. Дәүләди кеше күңеленең тәрәнлеген һүрәтләргә ынтыла, бер аҙ моңһоулыҡ менән һуғарылған ижадына күңел күтәренкелеген бөркәүсе еңелсә юмор ҙа хас.
”Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығында билдәле шағирзың туған халҡына, тыуған иленә ҡарата һөйөү тойғолары менән һуғарылған, шулай уҡ саф мөхәббәт, әсәлек темаларын үҙенсәлекле яҡтыртҡан шиғырҙары туплаған.
Надеемся, наша подборка оказалась интересной! До новых встреч!!!