On-line рубрика "Тысяча и одна книга"
Дорогие читатели!
Сегодняшний выпуск оn-line рубрики “Тысяча и одна книга" посвящен 90-летнему юбилею видного башкирского поэта Равиля Шаммаса.
Он известен читателю как поэт и прозаик, публицист и общественный деятель. Равиль Шаммас – автор более 30 сборников поэзии и прозы, изданных на башкирском, татарском и русском языках.
Наш выпуск сегодня необычен тем, что он на двух языках, русском и башкирском.
Биографию и произведения Равиля Шаммаса мы представляем вам на башкирском языке.
Хәйерле көн, китап һөйөүселәребеҙ. Сиратта “Мең дә бер китап “ – “Тысяча и одна книга" оn-line рубрикаһын дауам итәбеҙ.
…Талың бөгөлөр, һары япраҡ ҡойолор -
Ә тамырҙар барыбер ҡалырҙар.
Мин үҙем тиңмен…ҡарт талға.
Тамырыма бөгөлә йылдарым.
Рәхмәт әйтә ҡарт тал тамырына,
Эйелеп әйтә һығып һындарын.
Ноябрь башында күренекле шағир, прозаик, тәржемәсе, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммас оло байрамын - 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡала үҙәк китапханаһында булған китаптары менән таныштырабыҙ.
Яҙым-ҡыҙым килер инеме ни,
Сабыр, һалҡын көҙөм булмаһа,
Көҙгө тамырҙарым, бөрөләрем
Йылы яҙға ҡулын һуҙмаһа.
Рауил Шаммас (Рауил Сәхиулла улы Шаммасов) Стәрлебаш районы Хәлекәй ауылында 1930 йылдың 9 ноябрендә колзозсы ғаиләһендә тыуа. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң , хеҙмәт юлын 1952 йылда Йылайыр районының Һабыр, унан тыуған районының Йәшерған ауылында уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып башлай.
1958 йылда ул тыуған районы гәзите редакцияһына тәржемәсе булып эшкә килә. Һунынан «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына күсә. 1972—1981 йылдарҙа ул - Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир. Унан һуң шағир Республика тыныслыҡ яҡлау комитетында, «Һәнәк» журналында, Яҙыусылар союзы аппаратында хеҙмәт итә.
Һайланма әҫәрҙәр.- 1-се том. Күренекле шағирҙың “Һайланма әҫәрҙәре”енең беренсе томына шиғырҙары һәм поэмалары тупланған.
Һайланма әҫәрҙәр.- 2-се том.
Икенсе томына яҙыусы тормош һәм ижад юлы хаҡындағы ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре, ҡәләмдәштәренең ижади портреттары, мауыҡтырғыс повестар, хикәйәләр һәм юморескалар ингән. Уларҙа республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихы ярылып ята, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының героизмы, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ көрәше темалары күтәрелгән.
Кеше тиҙәр һинең затыңды: шиғырҙар, поэмалар.
Был йыйынтыҡҡа шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары һәм поэмалары тупланған
Күперһеҙ йылға: ике повесть. Был йыйынтыҡҡа “Күперһеҙ йылға“ һәм “Малай“ тигән повестарҙа автор йәш быуынды тәрбиәләү проблемаһын күтәрә
Ғүмер гөлләмәһе: шиғырҙар, поэмалар.
Йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙар, поэмаларҙа бөгөнгө ҡатмарлы тормош хаҡында, фәлсәфәүи уйланыуҙар, драматик күренештәр, аһәңле лирика, сатира һәм юмор сағылыш таба.
Гомер учагымның кузлары : шигырьләр, поэмалар, балладалар.
Шағирҙың татар телендә сыҡҡан беренсе китабы. ”Шиғри уттарым күңелегеҙҙе йылытһа, уйландырһа, моңландырһа, мөхәббәт лирикам дәртләндерһә, сатира һәм юмор йылмайтһа икән” тип өмөт итә автор.
Надеемся, что наша подборка оказалась интересной и познавательной! До новых встреч!!!